Эйе, нәҫел ағасыбыҙҙың тамыры ни тиклем тәрәндә, ни тиклем ныҡ икән, бөгөнгөбөҙ - ышаныслы, киләсәгебеҙ өмөтлө тигән һүҙ. Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында үткән шәжәрә байрамынан һуң, был һүҙҙәрҙең асылына тағы ла нығыраҡ инандым. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Арғынбай (1750) нәҫеленең, йәғни уның улы Ишмөхәмәт (1785-1835), ейәне Мөхәмәтшәриф (1815) һәм бүләһе Мөхәмәтсәлимдең (1857) алты балаһының дүртенсе, бишенсе, алтынсы быуыны йыйылды был ҙур байрамға.
Йыйындың төп өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Фойела Аҙнабай, Хәлимә, Ғәҡиҙә, Мәғүҙә, Хәкимә һәм Арғынбай нәҫеленең шәжәрәләре, улар араһында булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙары хаҡында мәғлүмәт, туғандарҙың фотокүргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине.
Байрам ата-бабаларыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алып, һуғышта башын һалған ауылдаштарыбыҙҙың исемлеге яҙылған таҡтаташҡа сәскәләр һалыуҙан башланып китте. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре Таһинур Зөфәр ҡыҙы Бәҙретдинова һүҙ алғандан һуң, барса халыҡ тамаша залына ағылды. Ә һеҙ уларҙың күплеген күрһәгеҙ! Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Нижневартовск, Өфө... Ҡайҙан ғына килмәгән үҙҙәре! Илебеҙҙең төрлө тарафатарына таралышҡан туғандарҙы берләштергән, зат-ырыуҙы бергә йыйған, нәҫел сылбырын бәйләгән сараға ике йөҙҙән ашыу ҡан-ҡәрҙәштәр йыйылды. Әйткәндәй, архив материалдарына таянып, Мөхәмәтсәлим олатайҙың тармағынан ғына алты йөҙләп кеше иҫәпләнелгән.
Матур тамаша менән асылған шәжәрә байрамын Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, Мөхәмәтсәлим олатайҙың дүртенсе быуын ейәнсәре Гөлгөнә Урал ҡыҙы Татлыбаева йәнле итеп алып барҙы. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы хакимиәте башлығы Әлфәрит Сабирйән улы Йосопов сығыш яһағас, сәхнәгә бер-бер артлы туғандар күтәрелде. Һәр нәҫелде барлап, барыһы менән дә яҡындан таныштыҡ.
Бигерәк тә атаһының тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтҡан Ҡаҙағстан ҡунағы Әлфиә Тимерхан ҡыҙы Хәҙиеваның сығышы тулҡынландырғыс булды.
-Атайым – репрессия ҡорбаны. Йәп-йәш көйөнсә генә, бер ғәйепһеҙгә хөкөм ителеп, тыуған төйәгенән айырылырға тура килә уға. Һигеҙ йыл буйы Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында йөрөй. Һуңынан Ҡаҙағстанда төпләнеп, ғаилә ҡора. Әсәйем менән ике бала үҫтерҙеләр. Атайым ғүмере буйы Башҡортостанын, Ҡыпсаҡ-Асҡарын һағынып йәшәне. Туғандары менән дә бәйләнеште өҙмәҫкә тырышты, һәр ваҡыт хат-хәбәрләшеп торҙолар, һирәкләп була ҡайтҡылап йөрөнө. Шул тиклем күп һынауҙарҙы үтеп сыҡҡан атайыма, Аллаға шөкөр, Хоҙай ғүмерҙе йәлләмәне. 93 йәшендә гүр эйәһе булды. Ә мин уның тыуған яғына беренсе тапҡыр килеүем, шул тиклем ҙур тулҡынланыу кисерәм, Башҡорт ере, туғандарым күңелемә ныҡ яҡын, - тине ул.
Оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһы мәғарифының бүлек мөдире булып эшләгән Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримованың һөйләгәндәренән нәҫел-затыбыҙҙың бай тарихлы, көслө тамырлы булыуын, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылының үткәне һәм бөгөнгөһөндә мөһим урын биләүен белдек. Ә был күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, шәжәрә ағасыбыҙҙы лайыҡлы дауам итергә кәрәк икәненә төшөндөк.
Бар яҡтан да килгән, йыр-моңға маһир туғандарыбыҙ байрамыбыҙҙы матур концерт номерҙары менән биҙәне. Рамазан һәм Наил Садыҡовтар, Фидәлиә һәм Владик Ғәлимуллиндар, Шәфҡәт Собханғолов, Мәликә Ғәфиәтуллина, Юлай Аралбаев башҡарыуындағы йыр-бейеүҙәр, ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Көслө алҡыштарға күмделәр үҙҙәрен.
Шәжәрә байрамының икенсе өлөшө тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Йәмле Дим буйы гөрләп торҙо ул көндө! Усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, былау, хашламалар бешереп, шашлыҡ ҡыҙҙырып, самауыр сәйе ҡайнатып, ҙур табын ҡорҙо Мөхәмәтсәлим балалары. Бер-береһе менән яҡындан танышып, аралашып, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял иттеләр. Гүзәлиә Ҡәҙерова менән Фирүзә Садыҡовалар балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар әҙерләгәйне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды, бер-береһе менән танышып, дуҫлашып өлгөрҙө.
Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә, тиҙәр бит. Ысынлап та, күмәкләшеп үткәндәргә, атай-олатайҙар йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булдыҡ. Бының өсөн барлыҡ ойоштороусыларға, бигерәк тә Таһинур Бәҙретдинова менән Гөлзәминә Кәримоваларға рәхмәтлебеҙ. Шундай ҙур, һауаплы эш атҡарып сыҡты улар. Моғайын, беҙҙең йәшәү башланғысы булған Мөхәмәтсәлим олатайҙың, уның быуынын дауам иткән балаларының рухтары ла ҡыуанғандыр. Сөнки нәҫел ағасыбыҙ нығынды, туғанлыҡ көсө арта төштө. Ә был иһә - иң мөһиме. Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән көслөбөҙ!