+1 °С
Ясно
Подписаться на Дзен
ТВОРЧЕСТВО
4 Октября 2021, 10:46

Ашыҡтыра елдәр көҙҙәрҙе (Венера Басирова)

Ел осора көҙгө япраҡтарҙы Ғәзиз ағастарын ҡалдырып. Ҡаңғылдашып ҡаҙҙар осоп китә Ҡаурый ҡанаттарын талдырып.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашыҡтыра елдәр көҙҙәрҙе (Венера Басирова)Ашыҡтыра елдәр көҙҙәрҙе (Венера Басирова)
Ашыҡтыра елдәр көҙҙәрҙе (Венера Басирова)

Миҙгелдәрҙе миҙгел алмаштырып,

Ашыҡтыра елдәр көҙҙәрҙе.

Йәшел бәрхәт төҫтө алыштырып,

Һары-ҡыҙыл һайлай төҫтәрҙе.

Әбейҙәрҙең йәйге сыуаҡтары -

Ҡунаҡ булыу көҙҙә йәйҙәрҙең.

Ҡыҙыл-һары япраҡ өйөрөлөп,

Йөрәктәрен өҙмәй кемдәрҙең.

Йондоҙҙар ҙа яна сығыуыраҡ,

Юл күрһәтеп осҡан ҡоштарға.

Яҙын ҡоштар ҡайтыуҙарын теләп

Керербеҙ беҙ ап-аҡ ҡыштарға.

Венера БАСИРОВА.

Раевка ауылы.

Автор: