Все новости
ДУХОВНОСТЬ
8 Октября 2021, 15:03

Бер ауылда - ике мәсет

Былтыр Ҡармыш ауылында яңы мәсет төҙөлөп бөтөп уны асыу тантанаһы булды. Шул сәбәпле күптәр: "Ә иҫке мәсет ябыламы? Уның урынына нимә була?" тигәнерәк һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Бер ауылда - ике мәсет
Бер ауылда - ике мәсет

Бындай һорауҙар динебеҙҙе белеп бөтмәүҙән килеп сыға. Сөнки дин күҙлегенән, бер мәсет икенсе мәсеттең булыуына һис ҡамасауламай, киреһенсә тулыландыра һәм уңайлыҡ ҡына өҫтәй. Шулай булғас, ауылыбыҙҙа ике иман йорто булыуға ғорурланып, һәр береһенең ҡәҙерен белеп, намаҙға йөрөп йәки башҡа сәбәп менәнме, ишектәрен бикле тотмаҫҡа тейешбеҙ.

Шуның өсөн дә намаҙға баҫҡан мосолмандар республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылып, 2 һәм 3 октябрь көндө иҫке мәсет бинаһын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Туймазы, Йәрмәкәй, Миәкә, Баймаҡ, Дәүләкән районындарынан килгәйнелэр. Намаҙ бүлмәһенә йылы иҙән түшәлде, йыуынты һыу өсөн һәм айырым бәҙрәф соҡоро ҡаҙылды, бина эсенә ҡойонан һыу үткәреүгә әҙерлек эшләнде, яңы мәсеттә әҙерләнгән утын ярылды. Мәсеттәр төҙөү, булғанын төҙөкләндереү - изге ғәмәл, был эштәргә динебеҙҙә ҙур әжер-сауап ҡаралған.

Бөгөн шуныһы ҡыуаныслы – күп ҡәрҙәштәребеҙ дин юлына баҫа, бихисап изге ғәмәлдәр ҡылына. Бына ошолай күмәк көс менән өмәләр үткәреү ҙә халҡыбыҙҙы бергә туплай һәм бик матур күренеш булып, йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәй.

Ҡармыш ауылы мәхәлләһе.

Автор:
Читайте нас: