Эйе, бөгөн кемдер сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәренә ваҡыт таба алмай, телевизор, компьютер артында ултырыуҙы хуп күрә, кемдер боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп, яңыларын өйрәнеп, күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнә.
- Беҙҙең ауыл биләмәһендә оҫта ҡуллы хужабикәләр бик күп, шуға күрә күргәҙмәбеҙ ҙә бай булды. Нимәләр генә юҡ ине унда: күҙ нурҙарын түгеп, ҙур оҫталыҡ һалып бәйләнгән төрлө әйберҙәр, сигелгән картиналар, һаҡалдар... Ә бындай матурлыҡ менән Ира Шәрипова, Гөлнур Ғиззәтуллина, Наилә Фәйзуллина, Гөлниса Килдеғолова, Зифа Фазлиәхмәтова уртаҡлашты, уларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Ауыл клубында ошо көндәрҙә алъяпҡыс тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙек.
Киләсәктә лә ҡул эштәренә маһир ауылдаштарыбыҙ ошондай сараларҙа күберәк ҡатнашһын ине, бер-беребеҙ менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, яңы көс, илһам, дәрт менән эшләргә яҙһын, - тип хәбәр итте беҙгә Яңы Сәпәш күп функциялы ауыл клубы художество етәксеһе Альмира Ғаффанова.