Все новости
Подписка
21 Декабря 2021, 13:32

Ҡыпсаҡ- Асҡар ауылында Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үтте

Һуңғы йылдарҙа матбуғат баҫмаларының, бигерәк тә туған телдәрҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тиражы кәмеүе мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был хәл, әлбиттә район баҫмаларын да урап үтмәй.

Ҡыпсаҡ- Асҡар ауылында Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үтте
Ҡыпсаҡ- Асҡар ауылында Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үтте

Шуға ла редакция һәм почта хеҙмәткәрҙәренең ауылдарҙа Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәреүе яҡшы традицияға әйләнде.

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортонда уҙған сарала ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы почта бүлексәһе, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Әлбиттә, иң тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ күптән “Әлшәй хәбәрҙәре”нә яҙылғайны инде. Сараға уларҙың да килеп, үҙ теләктәрен, фекерҙәрен әйтеүе икеләтә ҡыуаныслы булды. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, гәзитебеҙгә яҙылып, бөгөн район баҫмаһын тотоп торған төп көс – хаҡлы ялдағы апай-ағайҙарға айырым рәхмәттәребеҙҙе еткерге килә.

Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөндә лә гәзиткә ташламалы хаҡҡа яҙылыусылар булды, улар редакциянан иҫтәлекле бүләктәр алды. Сараға килеүселәр шулай уҡ район баҫмаһы тарихына арналған конкурстарҙа ҡатнашып, белемле, зирәк һәм отҡор булыуҙарын күрһәтте. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһы мөдире Рәмзиә Иманғолова Башҡорт тарихы йылы һәм башҡорт теле көнө сиктәрендә "Теле барҙың - иле бар" тип аталған интеллектуаль уйын да ойошторҙо. “Сая ҡыҙҙар һәм “Ҡыҙҙар-йондоҙҙар” командалары Башҡортостан, әҙәбиәт, ауыл топонимикаһына бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Эйе, бөгөнгө интернет заманында мәғлүмәт бик күп. Әммә аҡты-ҡаранан, дөрөҫтө-ялғандан айырған аныҡ һәм төплө мәғлүмәтте, һеҙ тик дәүләт баҫмаларынан, шул иҫәптән район яңылыҡтарын яҡтыртҡан “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенән генә ала алаһығыҙ, тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.

Автор:Резеда Хусаинова
Читайте нас: